+24 °С
Ямғыр


Башҡорт республика сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы сиктәрендә креатив индустриялар мәктәбе асыла.
Бында дүрт студия буласаҡ: анимация һәм 3D-графика, тауыш режиссураһы һәм тауыш дизайны, заманса электрон музыка, фото һәм видео төшөрөү.
Был ижади һөнәрҙәргә 12-17 йәшлек балалар өйрәнә ала.
2022 йылдың сентябрь айынан 80 бала беренселәрҙән булып уҡый башлауы көтөлә.
Бындай мәктәпте асыр өсөн 46 млн һәм аҡса бүленгән, 39 млн һум - федераль бюджеттан.
Артабан Рәсәйҙә ошондай уҡ 32 мәктәп асылыуы планлаштырылған.
Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан.