+21 °С
Болотло


Ишембай районы хакимиәтенә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үтте. Унда “Һәләүек” ял базаһын асыу мәсьәләһе тикшерелде. Проекттың инициаторы – Ишембай районының Ураҙбай ауылынан Айрат Вәғиз улы Ямалетдинов.
Проекттың төп маҡсаты – Ураҙбай ауылында ҙур булмаған быуаны таҙартып, балыҡ үрсетеү, туристик ял базаһы асыу.
“Ошо хозур тәбиғәт ҡосағында йәштәр, балалы ғаиләләр, өлкәндәр рәхәтләнеп ял итһен ине. Туристик база асылһа, Ураҙбай халҡы өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, ауыл, курорт зонаһына әүерелеп, яңы һулыш аласаҡ”, – тине Айрат Вәғиз улы.