+14 °С
Ямғыр
Асҡын районының Асҡын ауылында үҙәк майҙанда урынлашҡан фонтанды сафҡа индерелде. Эштәр “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” (“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты) проекты сиктәрендә башҡарылған.
Эштәрҙе “Брикс АкваТехСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бригадаһы үткәргән. Фонтан йәйғорҙоң бөтә төҫтәре менән балҡый – уға яҡтыртҡыс ҡуйылған. Уның эшләп китеүен ололар ҙа, балалар ҙа түҙемһеҙлек менән көтөп алды.