"Көньяҡ башҡорттарҙа "ҡурмас һыйы" йәки "ҡурмас ҡурыу" йолаһы булған. Көҙөн, игендәр урып-һуғылғас, күмәкләшеп ҡырға сыҡҡандар. Һәр кем яңы ашлыҡтан (башлыса бойҙайҙан) өлөш килтергән. Уны ҙур ҡаҙандарҙа майҙа йәки ҡоролай ҡыҙҙырғандар. Бында ла төрлө теләктәр әйтелгән, уйындар ойошторолған. Ҡурмастан барыһы ла ауыҙ иткән, ҡоштарға ла өлөш сығарғандар. "Ҡурмас һыйы", шулай итеп, үҙенсәлекле көҙгө уңыш байрамына әүерелгән.
Ҡурмас бигерәк тә балаларҙың яратҡан ризығы. Ул элегерәк һәр йортта тигәндәй әҙерләнгән.
Беҙҙә ҡурмасты яҙғы сәсеүҙе ҡотлап ауыҙ итергә булдыҡ. "Көҙгө уңышҡа мул бөртөклө бойҙай үҫһен!" тип матур теләктәр теләп балаларға ҡурмас ҡурҙыҡ. Ысынында иһә, ҡурмас ҡурыу йылына ике тапҡыр ҡурылған: яҙ һәм көҙ көндәре. Балаларға бик оҡшаны," - тип хәбәр итәләр Сәлих мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.