Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май , 18:17

Өфөлә Еңеү парадында 1500 хәрби хеҙмәткәр ҡатнашты

Тантаналы сара Октябрь проспектында үтте.

Өфөлә Еңеү парадында 1500 хәрби хеҙмәткәр ҡатнашты
Өфөлә Еңеү парадында 1500 хәрби хеҙмәткәр ҡатнашты

Өфөлә Еңеү парадында 1500 хәрби хеҙмәткәр ҡатнашты. Тантаналы сара бөгөн, 9 майҙа, Октябрь проспектында үтте.

Парадта Өфө территориаль гарнизоны, федераль башҡарма власть органдары, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, шулай уҡ курсанттар, кадеттар һәм хәрби техника ҡатнашты.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, Рәсәй Геройҙары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, хәрби хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Еңеү көнөнөң 77 йыллығына арналған парадтың почетлы ҡунаҡтары булды.

Быйыл парад расчеттары составында төбәк Эске эштәр министрлығының кинология бүлексәһе лә ҡатнашты.

Быларҙан тыш, хәрби-патриотик клубтар кадеттары һәм курсанттарының, шулай уҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәрҙең күрһәтмә сығыштары ла ойошторолдо. 

Парад «Первушино» комплексының бәләкәй авиация самолеттары осошо менән тамамланды.

Фото: Өфө хакимиәте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в