+22 °С
Ямғыр


Был ағас самауырҙы Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәүсе Илдус Солтанов эшләгән. Нисек һеҙгә?
"Илдус Солтанов ябай ғына итеп донъя көтә. Ир кеше кеше булһа ла, яратып яран гөлдәр үҫтерә, баҡсаһын да ултырта, сәй эскән һайын самауыр ҡайната.
Матбуғаттан да айырылмай, ил-йорт хәбәрҙәре менән ҡыҙыҡһынып, гәзит-журнал да алдыра. Оҫта шахматсы үҙе, ауыл клубында балалар өсөн шахмат, шашка түңәрәктәре алып бара.
Ҡулынан килмәгән эше юҡ, нимәгә тотонһа, шуны булдыра, егәрле," - ти уның тураһында ауылдаштары.