Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май , 12:03

Музыка ҡоралы – иң ҙур бүләк!

Баланың камил үҫеше өсөн ошонан да уңай әйбер юҡтыр...  Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Музыка ҡоралы – иң ҙур бүләк!
Музыка ҡоралы – иң ҙур бүләк!

Нуриман районы балалар сәнғәт мәктәбенә милли проекттар сиктәрендә бер нисә музыка ҡоралы бүләк ителеүе бик ҡыуаныслы хәл. Бер фортепиано, ун баян, "Тула" аккордеоны, ике думбыра һәм балалайка тапшырылған. "Фортепиано" программаһы уҡыусыларына өс рояль бирелгән. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары ошо инструменттарҙа имтихан тапшырасаҡ. 

Мәктәпкә шулай уҡ өс интерактив таҡта һәм өс ноутбук бүләк ителгән. Яҡын арала хореография залы өсөн көҙгө, эскәмйәләр көтөлә. Тамашасы залы өсөн ултырғыстар, буласаҡ рәссамдар өсөн дә ҡорамалдар килтереләсәк. 

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас в