Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май , 14:52

3 йәшлек баланы 8-се ҡаттан ҡолап төшөүҙән ҡотҡарған

"Мин эшкә китеп бара инем. Ниндәйҙер тауыш ишетеп ҡалдым да туҡтаным. Башымды күтәрһәм, һигеҙенсе ҡат тәҙрәһе аша бала эленеп тора. Мин шунда уҡ фатирға мендем, унда кешеләр инде туҡылдатып торғанын күргәс, көтөү файҙаһыҙ икәнен аңлап ҡалдым. Етенсе ҡатҡа төшөп, фатирҙарына индереүҙәрен һораным."

Ҡаҙағстанда ир кеше 3 йәшлек баланы 8-се ҡаттан ҡолап төшөүҙән ҡотҡарған. 

"Мин эшкә китеп бара инем. Ниндәйҙер тауыш ишетеп ҡалдым да туҡтаным. Башымды күтәрһәм, һигеҙенсе ҡат тәҙрәһе аша бала эленеп тора. Мин шунда уҡ фатирға мендем, унда кешеләр инде туҡылдатып торғанын күргәс, көтөү файҙаһыҙ икәнен аңлап ҡалдым. Етенсе ҡатҡа төшөп, фатирҙарына индереүҙәрен һораным."

Сабит Шонтакбаев етенсе ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһе аша сығып, баланы үҙенә тартып ала. Сабыйҙы фатир эсендә тәҙрә янында көтөп торған кеше ҡулына тапшырғас, үҙе эскә инә. Ғүмерен, һаулығын йәлләмәй, батырлыҡ ҡылған 37 йәшлек иргә фатир бүләк иткәндәр һәм кредиттарын түләгәндәр. 

Сабит Шонтакбаевҡа төҙөлөштә эшләй. Ул дүрт бала атаһы. 

Фото: orda.kz

Автор:Загида Мусина
Читайте нас в