+14 °С
Ямғыр
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында үткән чемпионатта Рәсәйҙең 11 юғары уҡыу йортонан килгән студент белем йәһәтенән көс һынашты.
Ярыштар 8 компетенция буйынса уҙғарылды: мәктәпкәсә тәрбиә биреү, эшҡыуарлыҡ, инглиз телен дистанцион форматта уҡытыу, башланғыс кластарҙа белем биреү, мәктәптә музыка уҡытыу, бизнес өсөн программа ҡарарҙары, туризм, физик культура, спорт һәм фитнес.
Чемпионатта 62 конкурсант, 75 эксперт, 100 волонтер ҡатнашты.
Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса 12 студент Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Фото- асыҡ сығанаҡтарҙан.