Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май , 14:45

Ҡыҙыҡлы бизнес-проект

Хәйбулла районынан килгән яҡшы хәбәр.

Ҡыҙыҡлы бизнес-проект
Ҡыҙыҡлы бизнес-проект

Хәйбулла районы хакимиәтенең аҙна һайын үткәрелгән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" йыйылышында Регина Хисаметдинова юл буйы сервисын үҫтереү буйынса бизнес-проект тәҡдим иткән. Был йәһәттән ихтыяж ҙур, сөнки район аша Сибай, Орск, Гай, Магнитогорск ҡалаларына юл үтә. 

Проекттың төп маҡсаты - уңайлы юл сервисын булдырыу һәм идеяны тормошҡа ашырырға ярҙам итерҙәй инвесторҙар йәлеп итеү. Әлбиттә, был эш уңышлы барып сыҡһа, өҫтәмә эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк. 

Эшҡыуар етәкселектән хуплау тапҡан, проект артабан нисек үҫешер, күҙәтеп барығыҙ. 

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас в