Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
17 Май 2022, 11:07

Сығарылыш синыфтар, һеҙгә яҡшы яңылыҡ бар!

Һөнәр һайлағанда, был йүнәлештәргә иғтибар итегеҙ!

Сығарылыш синыфтар, һеҙгә яҡшы яңылыҡ бар!Сығарылыш синыфтар, һеҙгә яҡшы яңылыҡ бар!
Сығарылыш синыфтар, һеҙгә яҡшы яңылыҡ бар!

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, 14 меңгә яҡын студент дәүләт иҫәбенә белем алыу мөмкинлегенә эйә була. 2019 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 1,5 тапҡырға артҡан. Педагогика, клиник медицина, геология, тау һәм нефть-газ эше, машиналар төҙөү, информатика йүнәлештәренә бюджет урындары күбәйгән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа республика юғары уҡыу йорттарында белем алырға теләгән йәштәр арта.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас