

2022 йылда Башҡортостан юлсылары "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы 13 мәҙәни һәм тарихи объектҡа илткән 24 саҡрымлыҡ юлды, шулай уҡ халыҡты йәлеп иткән иҫтәлекле урындарҙағы юлдарҙың асфальт-бетон япмаһын яңыртасаҡ. Был маҡсатҡа 503 миллион һум сарыф ителәсәк
"Республиканың туристик урындарына алып барған юлдарҙы ремонтлау өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ҡайһы бер юлдарҙы уҙған йылда уҡ тикшерә башланыҡ һәм туҡтап ҡалмайбыҙ, киләһе йылда да эште дауам итәсәкбеҙ. Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары яратып өлгөргән урындарҙа уңайлы, хәүефһеҙ шарттар булдырыу беҙҙең өсөн бик мөһим", - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Ремонтланасаҡ юлдар араһында Благовещен районындағы Благовещен - Павловка, Өфө районындағы "Йоматау" шифаханаһына, Ғафури районында Стәрлетамаҡ - Красноусол автомобиль юлдары ла бар.