Шоңҡар
+9 °С
Облачно
Новости
19 Мая 2022, 04:36

Сибайҙа яңы завод буласаҡ

#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибайҙа яңы завод буласаҡСибайҙа яңы завод буласаҡ
Сибайҙа яңы завод буласаҡ

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә "Ҡур һәм Ҡомалаҡ йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Андрей Немзоров “Алкоголһеҙ һәм аҙ алкоголле эсемлектәр заводы эшмәкәрлеген ойоштороу” проектын тәҡдим иткән.

Сибай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йүнселгә ярҙам йөҙөнән предприятие асыу өсөн бина бирергә ҡарар ителгән.

Завод Сибайҙың Белов урамында буласаҡ. Әле продукция бренды эшләнгән. Яңы производствола 15 эш урыны булдырыу ҡарала.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас