Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2022, 14:41

Өйҙәренә мышы балаларын алып ҡайтҡандар

Уларҙы вольерҙа тоталар. Урманға кире ебәреп тә булмай, сөнки мышы балалары инде кешеләрһеҙ йәшәй алмай.

Өйҙәренә мышы балаларын алып ҡайтҡандар
Өйҙәренә мышы балаларын алып ҡайтҡандар

Асҡын районы Ҡуяштыр ауылында йәшәгән ғаилә бәшмәккә сыға. Урманда улар яңы тыуған мышы балаларына тап була. Инә мышы яҡында ғына йөрөйҙөр тип, был урындан тиҙерәк китә һалалар.

Икенсе көндө улар ошо урынға йәнә барған. Мышы балалары һаман шунда йөрөгән булып сыға. Хәлһеҙ малҡайҙар үҙҙәре үк кешеләргә ынтыла. Ахырҙа, ғаилә уларҙы өйҙәренә алып ҡайта.

Мышы балаларына Ваня менән Маня тигән ҡушамат биргәндәр, бер аҙна буйына ашатҡандар. Уларға бер аҙ хәл кергәс, ғаилә һунарсылыҡ хужалығына хәбәр иткән. Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре урманды ҡыҙырып сыҡҡан, ләкин инә мышыны тапмаған. Браконьер эҙҙәре лә күренмәгән. Ҡайһы бер белгестәр әйтеүенсә, мышылар йыш ҡына шулай балаларын ҡалдырып китә, әммә кире килә. Шуға ла уларҙың балаларын осратҡан хәлдә, ярҙамға ашығырға кәрәкмәй. 

Мыш балаларын вольерҙа тоталар. Урманға кире ебәреп тә булмай, сөнки улар инде кешеләрһеҙ йәшәй алмай. Шуға күрә ҡырағай йәнлектәрҙе ҡулға эйәләштерергә ярамай.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: