Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2022, 14:01

-3 градусҡаса һалҡынайта

Синоптиктар ял көндәрендә һәм киләһе аҙнаның башында Башҡортостанда һауа температураһы нинләй булыуын әйтте. 

-3 градусҡаса һалҡынайта
-3 градусҡаса һалҡынайта

Синоптиктар фаразынса, ял көндәрендә һәм киләһе аҙнаның башында Башҡортостанда һауа температураһының артабан түбәнәйеүе көтөлә.

«Республикаға сираттағы арктик һауа массаһының килеүенә бәйле, һауа температураһы төндә 0,+5, аяҙытҡанда -3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе, көндөҙ иһә +6,+12 градус булыуы көтөлә. Ямғыр, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ көтөлә», — тип хәбәр иттеләр Башгидрометүҙәктән.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: