Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2022, 11:57

Торатауҙа башҡаса саралар булмаясаҡ

"Торатауҙы саралар үткәреү урыны булараҡ һыҙып ташлайбыҙ", — тине республика етәксеһе.

Торатауҙа башҡаса саралар булмаясаҡ
Торатауҙа башҡаса саралар булмаясаҡ

Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарыуҙы тыйҙы.

«Беҙ башҡаса Торатау биләмәһендә һабантуй үткәрмәйбеҙ. 60 мең кеше килә, бөтә нәмәне тапап бөтәләр. Ысынында иһә был — беҙҙең хазина. Был тағы сапсандарҙың оя ҡора торған урыны, уларҙ ҙур стресс кисерә. Торатауҙы саралар үткәреү урыны булараҡ һыҙып ташлайбыҙ», — тине республика етәксеһе.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: