Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май , 21:03

Өфөлә сығарылыш уҡыусылары «Һуңғы ҡыңғырау»ҙы ҙур флешмоб менән билдәләне

Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев изге теләктәрен белдерҙе.

Өфөлә сығарылыш уҡыусылары «Һуңғы ҡыңғырау»ҙы ҙур флешмоб менән билдәләне
Өфөлә сығарылыш уҡыусылары «Һуңғы ҡыңғырау»ҙы ҙур флешмоб менән билдәләне

Балаларын оло тормошҡа оҙатырға мәктәпте тамамлаусыларҙың ата-әсәләре һәм яҡындары, шулай уҡ рәсми кешеләр - Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Марат Вәсимов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, данлыҡлы спортсы Тамара Танһыҡҡужина һәм башҡалар килде. 

Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев тормош юлын һайлауҙа яңылышмаҫҡа теләк белдерҙе. «Байрам менән ҡотлайым. Үҙемдең дә мәктәпте тамамамлаған ваҡыттарҙы бөгөнгөләй хәтерләйем. Һеҙ ҙур юл үттегеҙ, бик күп һынауҙар артта ҡалды, алда - имтихандар. Һеҙҙең өсөн яңы мөмкинлектәр асыла, юлығыҙҙы дөрөҫ һайларға кәрәк. Үҙегеҙҙе эҙләргә ҡурҡмағыҙ», - тип изге теләктәрен еткерҙе ул.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в