Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2022, 11:46

Китап яратыусыларға оло шатлыҡ!

Милли проект сиктәрендә яңы китаптар һатып алыу мөмкинлеге лә килеп сыҡҡан.

Китап яратыусыларға оло шатлыҡ!
Китап яратыусыларға оло шатлыҡ!

"Мәҙәниәт" милли проекты арҡаһында Илеш районы Бишҡурай ауылы модель китапханаһы яңы китаптар менән байытылды. Китапхана "Ижади кешеләр" федераль конкурсында еңеп сығып 119 мең аҡсаға лайыҡ булды. 

28 майҙа, "Библионочь-2022" сараһында һатып алынған әҙәбиәттең презентацияһы үткәреләсәк. 

Күргәҙмәгә урындағы үҙидара ағзалары, Бишҡурай ауылы халҡы һәм башҡа ҡунаҡтар килеүе көтөлә. 

Аҡсалата бүләк китап фондын байытырға мөмкинлек бирҙе. Ә был үҙ сиратында әҙәбиәт һөйөүселәрҙе арттырыр.

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

 

Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: