Йылайыр районында репсубликала тәүгеләрҙән булып халыҡ байрамы - Һабантуй үтте.
"Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй - беҙҙең өсөн һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға булды һәм булып ҡаласаҡ. Байрам Һынташ ауылы янындағы Ситәнбар яланында уҙҙы. Унда спорт ярыштары, халыҡ уйындары булды. Теләгән һәр кем дөйәлә йөрөп килә алды. Иң күркәм тамаша- сабып барған аттарҙа уҡ, һөңгө менән сәпкә тигеҙеү булды", - тиҙәр йылайырҙар.