+21 °С
Облачно


“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сикәтрендә Нефтекама ҡалаһының торлаҡ төҙөлөшө үҫеше планы раҫланған. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ете йыл талап ителәсәк.
Шулай итеп, ике биләмәлә комплекслы төҙөлөш барасаҡ. Беренсеһенең майҙаны 5,46 гектар тәшкил итһә, икенсеһенеке – 6,9 гектар. Тәүгеһе Төҙөүселәр, Нефтселәр, Социалистик һәм Комсомол проспекты менән сикләнгән Ц1 биҫтәһендә урынлашҡан. Икенсеһе Шишмә, Ҡайындар шоссеһы, Ф. Бәхтиев бульвары, Ленин урамдары менән уратып алынған.