Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
31 Май 2022, 04:26

"Аҫылташ"ҡа ҡушыл!

Быйыл форум Йылайыр районының “Дуҫлыҡ” балалар лагеры биләмәһендә 21 июлдән 24 июлгә тиклем үтә.

"Аҫылташ"ҡа ҡушыл!"Аҫылташ"ҡа ҡушыл!
"Аҫылташ"ҡа ҡушыл!

2022 йылда "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте мәғариф форумы бишенсе тапҡыр уҙғарыла. 

Форумдың төп маҡсаты – үҫешкә ынтылған маҡсатлы йәштәрҙе бер­ләштереү, уларҙа лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, төрлө йүнәлештә проекттар эшләп, грант яҡлауға тиклем юлдарын өйрәтеү, берҙәм команда туплау, аралашыу һәм осрашыу майҙансығы булдырыу, халҡыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, арттырыу.

Быйыл форум Йылайыр районының “Дуҫлыҡ” балалар лагеры биләмәһендә 21 июлдән 24 июлгә тиклем үтә. Бөтәһе 300 ҡатнашыусы көтөлә.

 

"Аҫылташ-2022" өс йүнәлеш буйынса эшләйәсәк:

- Арт-майҙансыҡ;

- Карьера үҫеше;

- Йәш лидер майҙансығы.

 

Тағы ла форумдың бер көнө "этно-көн" буласаҡ. Шуға бағышлап төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, атта йөрөү, яндан уҡ атыу, этно-йәрминкә һ.б. ойошторола. 

Ҡатнашыусыларҙың үҙ проекттарын тәҡдим итеп, уны яҡлағас, 10 меңдән 30 меңгә тиклем грант отоу, консультация, башҡа төрлө ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, зәңгәр экрандарҙа барған "Әлләсе" уйыны проекты тап "Аҫылташ"та яҡланылған. 

 

Быйыл шулай уҡ Өфөнән Йылайыр районына тиклем автобус буласаҡ. Ҡатнашыусылар  форум үткән ергә тиклем бушлай бара ала. 

 

Бөгөндән ойоштороусылар командаһына ярҙамсылар - ирекмәндәр, кураторҙар, техник яҡтан ярҙамсылар, сараны яҡтыртып барыусылар йыйыла башланы. "Аҫылташ-2022" командаһына эләгергә теләүселәргә ошо һылтанма буйынса үтергә кәрәк.  

 

 

Фото: 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас