Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
1 Июнь 2022, 11:48

«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы башланды

«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсын йомғаҡлау этабы башланды. Ҡатнашыусылар үҙ презентацияларын яҡлай.

«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы башланды«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы башланды
«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы башланды

31 майҙа «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсын йомғаҡлау этабы башланды: унда ҡатнашыусылар үҙ презентацияларын яҡлай.

Беренсе көн «Бәләкәй тораҡ пункттар» категорияһына ҡарағандар ошондай һынау тотто. Бөгөн «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсында «Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар» категорияһында ҡатнашҡан ауылдар үҙ презентацияларын яҡлай.

Сәләмләү һүҙе менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығыш яһап, бөгөнгө Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң әһәмиәтен билдәләне. «Уның төп маҡсаттары менән беҙҙең «Айыҡ ауыл»дыҡы менән бер төрлө: барыбыҙ ҙа киләсәгебеҙҙең яҡты булыуын, балаларыбыҙҙың һау-сәләмәт үҫеп, беҙҙең күркәм башланғыстарҙы дауам итеүен теләйбеҙ», - тине ул.

Составына профилле министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ингән эксперт комиссияһы дүрт көн дауамында конкурста ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһалаясаҡ. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Муниципаль берекмәләр советы ассоциацияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты вәкилдәре район хакимиәттәренең заявкалары менән таныша. «Айыҡ ауыл-2021» исеме өсөн һәр райондан берәр – 54 ауыл дәғүә итә. Презентацияларҙы яҡлауҙа ауылдың әүҙемселәре, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнаша.

«Айыҡ ауыл-2021» конкурсы 2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың 30 июненә тиклем ике этапта бара – муниципаль һәм республика кимәлендә. Тәүгеһендә 1537 ауыл һынау тотто (ҡатнашыусыларҙың аҙайыуы коронавирус сәбәпле сыҡҡан эпидемиологик хәлгә бәйле).

Республика этабына ингән 54 ауыл, уларҙағы халыҡ һанына ҡарап, дүрт категорияға бүленгән:
«Эре тораҡ пункттар»;
«Ҙур тораҡ пункттар»;
«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар»;
«Бәләкәй тораҡ пункттар».

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылдың июнендә 12 еңеүсе билдәләнәсәк – һәр номинацияла өсәр. Приз фонды – 40 миллион һум.

 

Ҡоролтай

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас