

2022 йылдың дүрт айында Башҡортостанда 1,04 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был уҙған йылдың шул уҡ осорона ҡарата 110,8 процент тәшкил итә. Шулай итеп, төбәк торлаҡ йорттар төҙөлөшө баҙарында позицияларҙы һаҡлап ҡалыуҙы дауам итә, Рәсәй субъекттары араһында етенсе урында килә.
- Башҡортостан Республикаһы, ыңғай динамиканы күрһәтә: 2022 йылдың ғинуар-апрель айҙарында торлаҡ тапшырыу күләме 2020 һәм 2021 йылдар күләмдәренән артып китте, - тип билдәләп үтте төбәктең төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаларын башҡарыусы Егор Родин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йорттар Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» проектына ярашлы башҡарыла.