Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Июнь 2022, 14:43

Баш ҡала көнөндә кемдәр сығыш яһаясаҡ?

Байрам матур салют менән тамамланасаҡ.

Баш ҡала көнөндә кемдәр сығыш яһаясаҡ?Баш ҡала көнөндә кемдәр сығыш яһаясаҡ?
Баш ҡала көнөндә кемдәр сығыш яһаясаҡ?

Баш ҡала хакимиәте Өфөлә ҡала көнөн байрам итеүҙең нисек үтеүе хаҡында хәбәр итте. Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, был көндө 15:00 - 23:00 сәғәттәрҙә үтәсәк күләмле күңел асыу программаһы әҙерләнгән. Шулай уҡ концерт планлаштырылыуы тураһында хәбәр ителә, унда «На-на» һәм «Дабро» төркөмдәре хэдлайнерҙар буласаҡ.

Программала шулай уҡ ҡаланың хореография коллективтары ҡатнашлығында бейеү форумы, бейеү ҡуйыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Киске программала - бейеү, рэп һәм рейв фестивалдәре, шулай уҡ пляж волейболы буйынса Башҡортостан чемпионаты, футбол, стритбол буйынса ярыштар.

«Донъяға ике аҙым...» шоу-программаһы төп майҙансыҡта киске сәғәт 9-сы 30 минутта башлана. Программа ике сәғәттән тора.

Һуңынан Өфөнөң 450 йыллығы символы - һыуһарҙың презентацияһы һәм мультимедиалы музыкаль фонтан асыу күҙаллана, «На-на» һәм «Дабро» төркөмдәре сығыш яһаясаҡ. Байрам фейерверк менән тамамланасаҡ.

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=день%20города%20уфа&pos=14&img_url=https%3A%2F%2Fsun9-9.userapi.com%2Fs%2Fv1%2Fif2%2F9EVSxIw1QwmVGbroNpV4F3vUqIlrEWKXEN9T6PsX_tDcizqgM-Cd1zt3u794udZfOQbcID56w094D3Ic7qtPauir.jpg%3Fsize%3D807x483%26quality%3D96%26type%3Dalbum&rpt=simage

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас