Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
5 Июнь 2022, 08:05

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған концерт әҙерләй

Концертта театрҙың симфоник оркестры һәм опера труппаһы солистары ҡатнаша. Дирижёры - Ринат Камалов.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған концерт әҙерләйБашҡорт дәүләт опера һәм балет театры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған концерт әҙерләй
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған концерт әҙерләй

16 июндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа арналған концерт уҙасаҡ.

Крәҫтиәндәрҙең хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе, Емельян Пугачевтың иң әүҙем көрәштәштәренең береһе Салауат Юлаев рух ныҡлығы символына әүерелә. Уның рухын һөргөн ғазаптары ла еңә алмаған.

«Һынмаҫ рух» концертында Салауат Юлаевтың тормошона һәм ижадына бағышланған әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. 1941 йылғы «Салауат Юлаев» кинофильмының көйө тәүге тапҡыр концерт вариантында яңғыраясаҡ, уны композитор һәм дирижёр Ринат Камалов тергеҙгән һәм сюитаға йыйған.

- «Салауат Юлаев» фильмына көйҙө Арам Хачатурян яҙған. Арам Ильич ул саҡта  йәш композитор була, әммә был көйҙә уның буласаҡ популяр әҫәрҙәренең мотивтарын, мәҫәлән, «Спартак» йәки «Ҡылыс менән бейеү» балеттарын төҫмөрләргә мөмкин, - ти Ринат Камалов. - Фильмға музыканың партитураһы бер архивта ла һаҡланмаған, уны киҫәкләп йыйырға тура килде. Фильмда музыкаль әҫәрҙең 15-30 секундлыҡ өҙөктәре генә яңғырай, шуларҙы йыйып, бер бөтөн итергә тура килде».

Бынан тыш, кисәнең программаһына Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһынан өҙөктәр һәм башҡа башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре индерелгән. Концертта театрҙың симфоник оркестры һәм опера труппаһы солистары ҡатнаша. Дирижёры - Ринат Камалов.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас