Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
6 Июнь 2022, 13:18

"Байыҡ" балалар конкурсына йомғаҡ яһалды

Проектта ҡатнашҡан һәр бер бейеүсе ҙур баһаға лайыҡ.   

"Байыҡ" балалар конкурсына йомғаҡ яһалды"Байыҡ" балалар конкурсына йомғаҡ яһалды
"Байыҡ" балалар конкурсына йомғаҡ яһалды

Сибай ҡалаһында башҡорт бейеүен башҡарыусы балалар араһында "Байыҡ" республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы. Конкурстың һайлап алыу турҙары онлайн форматта ойошторолдо. Быйыл да "Байыҡ"та үҙ көсөн һынарға теләүселәр бик күп булды.

Проектта ҡатнашҡан һәр бер бейеүсе ҙур баһаға лайыҡ. Шулай ҙа жюри иң көслө ҡатнашыусыларҙы билдәләне. Быйыл "Байыҡ" республика балалар телевизион конкурсында яңғыҙ башҡарыусылар араһында Әмир Солтанов (Баймаҡ районы), Самира Нуғайғолова (Ғафури районы) еңеүсе булды.
Иң яҡшы ансамблдәр араһынан Гран-приға Өфө ҡалаһынан "Байрам" һәм Ишембайҙан "Алтынай" коллективтары лайыҡ булды.


Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас