

Тамаша аҙағында Илнур Сәфәров, Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәмил Мәхийәнов, Гүзәл Фролова, Урал Атанбаев, Гөлкәй Хәсәнова һәм Юлиә Иҫәндәүләтовалар тырыш хеҙмәттәре өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
- Быйылғы ижади миҙгелде төп шатлығы - яңы сәхнәлә уйнау. Ижад миҙгелен “Ерән бесәй балаһы” спектакле менән ябабыҙ. Балалар бик ихлас ҡарай, сөнки спектакль йәнһүрәт һымаҡ ҡабул ителә, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡ, күп балалар ата-әсәләре, уҡытыусылары менән килде. Ижад миҙгеле ябылһа ла, эш дауам итә. Отпускаларға тиклем беҙ гастролдәргә сығасаҡбыҙ, лагерҙа ял иткән балалар алдында сығыш яһаясаҡбыҙ, - ти театрҙың художество етәксеһе Денис Сәлим улы Нурғәлин.