Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь , 21:56

"Ҡара генерал"ға һәйкәл асылды

Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин, дәүләт власы, тәртип һаҡлау органдары, суд ведомстволары етәкселәре, прокуратура хеҙмәткәрҙәре, ветерандары ҡатнашты.  

"Ҡара генерал"ға һәйкәл асылды
"Ҡара генерал"ға һәйкәл асылды

Бөгөн “Нур” театры эргәһендәге скверҙа Бөйөк Ватан һуғышының легендар батыры, совет партизаны һәм разведчик Даян Мурзинға һәйкәл асылды.

Башҡортостан Башлығы һәйкәлде булдырыу тәҡдиме менән сығыусыларға һәм уның авторҙарына рәхмәт белдерҙе.

– Даян Баян улы Мурзин ысын яугир, һәләтле разведчик, тәртип һаҡлау органдарының яҡшы етәксеһе, шулай уҡ һәйбәт, яҡты күңелле кеше булды. Һуңғы көндәренә тиклем киләсәккә ышаныс менән ҡараған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе ине. Был һәйкәлде асып, беҙ уның батырлыҡтарына, тормош юлына хөрмәт белдерәбеҙ. Бөгөн, Украинала махсус хәрби операция барған саҡта, ҡаһарман ветерандарыбыҙҙы һәр саҡ иҫтә тотабыҙ, уларҙан өлгө алабыҙ. Әле йәш быуын унда, Украинала, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ күрһәтә. Даян Мурзинға һәм Ватаныбыҙҙың барлыҡ тоғро һаҡсыларына мәңгелек дан! – тине Радий Хәбиров.

Һәйкәл асыу сараһында Геройҙың ейәнсәре Альбина Мурзина ла ҡатнашты.

– Беҙҙең ғаилә һәйкәл булдырыуҙа ҡатнашҡан барыһына ла рәхмәтле. Олатайым тормош юлын Тыуған илде яҡлауға, халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышланы. Ул һуғыштағы хәрби дуҫтарын юғалтҡан саҡтағы иң ауыр минуттарҙы гел иҫкә алыр һәм, үҙем өсөн дә, дуҫтарым өсөн дә лайыҡлы йәшәргә тейешмен, тиер ине. Был бурысын намыҫ менән үтәне, – тине ул үҙ сығышында.

Даян Мурзин 1921 йылда Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында тыуған. 1941 йылдың майында Рига хәрби училищеһын тамамлай һәм Балтика буйы хәрби округының 10-сы уҡсылар дивизияһының взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөнән алып, аҙағына тиклем үтә. Тыныс тормошта прокуратура һәм тәртип һаҡлау органдарында хеҙмәт юлын дауам итә, 20 йылға яҡын республиканың Адвокаттар коллегияһы етәксеһе була. Йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерә, ветерандар хәрәкәте эше менән шөғөлләнә. Интернациональ дуҫлыҡ музейына етәкселек итә. 2012 йылдың 10 февралендә Өфөлә вафат була.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас в