Шоңҡар
-3 °С
Облачно
Новости
7 Июня 2022, 17:09

Үткән аҙнала 14 бала бейеклектән осоп төшкән

Бәләкәй балаларҙың ата-әсәләре иғтибарлы булһын ине...  

Добавить в предпочтительные источники Google
Үткән аҙнала 14 бала бейеклектән осоп төшкәнҮткән аҙнала 14 бала бейеклектән осоп төшкән
Үткән аҙнала 14 бала бейеклектән осоп төшкән

Үткән аҙнала республикала 112 системаһының шылтыратыуҙарҙын эшкәртеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре 43 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Шул иҫәптән бейеклектән ҡолап төшөү осраҡтары тураһында 14 хәбәр килгән. Фажиғәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты башлығы Фәрит Ғүмәров бөгөн оператив кәңәшмәлә сығыш яһағанда, бәләкәй балаларҙың ата-әсәләренә мөрәжәғәт итеп, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмауҙарын һораны: "Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булғандар араһында Стәрлетамаҡтан дүрт йәшлек сабый һәм Өфөнән 14 йәшлек үҫмер бар. Шулай уҡ өс бала ауыр йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Йәйге каникул башланыуға бәйле, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау үтенесе менән ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәм".

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас