Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Июнь 2022, 15:01

Башҡортостанда һабантуйҙар күсерелде

Бының етди сәбәптәре бар...

Башҡортостанда һабантуйҙар күсерелдеБашҡортостанда һабантуйҙар күсерелде
Башҡортостанда һабантуйҙар күсерелде

Башҡортостанда һабантуй бер аҙнаға күсерелә. Насар һауа шарттары арҡаһында республиканың бер юлы өс районы был датаны күсерҙе. 7 июндә Башҡортостанды Каспий диңгеҙенән көньяҡ циклон ҡапланы, әлегә төбәк уның йоғонтоһонда.
Яуым-төшөм арҡаһында йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелгән, ҡайһы бер райондарҙа дауыл хаҡында иҫкәртәләр.
11 июндән 18-нә тиклем Салауат, Нуриман һәм Белорет райондарында һабантуйҙар күсерелә. Район хакимиәттәрендә билдәләүҙәренсә, байрамды күсереү сәбәпле саралар программаһы үҙгәрмәй.

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=һабантуй&pos=3&img_url=https%3A%2F%2Fapi.rbsmi.ru%2Fattachments%2Fdf30be25be0736c7c7d88b4d19d9f5679c402171%2Fstore%2Fcrop%2F0%2F0%2F1500%2F956%2F1500%2F956%2F0%2Fb07e8a7fbf3027565ddd58a6325eb13e7b96376e0922654347abe7fb6f23%2F53adac68cdbd28a2a0dd3a4af48de906.jpg&rpt=simage&lr=172

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас