Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь , 17:06

Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө
Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков ҡул ҡуйҙы.

Бөгөнгө көндә республиканан Ҡурған өлкәһенә производство-техник тәғәйенләнештәге тауарҙар сығарыла. Улар араһында - дизель яғыулығы, минераль ашламалар, мазут, кальцийлы сода, нефть битумдары,  ҡырсынташ, яһалма күн.

Бынан тыш, Башҡортостан Ҡурған өлкәһенә ҡулланыу тауарҙары, шул иҫәптән автомобиль яғыулығы, һыра, трикотаж, шәкәр,  иген культуралары, сырҙар, ит консервалары, он, ҡаймаҡ һәм кондитер изделиелары оҙата.

Мәҫәлән, сырҙар, он, кондитер изделиелары, ит һәм ҡош-ҡорт ите, үҫемлек майы, шулай уҡ етештереү-техник тәғәйенләнештәге тауарҙар. Атап әйткәндә, Курган өлкәһе республиканы автобустар һәм коммуналь ҡала хужалығы өсөн машиналар менән тәьмин итә.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в