Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин хөкүмәткә балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараларын әҙерләүҙе даими контролдә тоторға ҡушты.
"Хөкүмәттән балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараларын әҙерләүҙе даими контролдә тотоуҙарын һорайым, улар беҙ осраған ғәҙәттән тыш демографик хәлде яҡшыртыу масштабына ярашлы булырға тейеш", - тине ул, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында сығыш яһап.
Президент ике, өс һәм күп балалы ғаиләнең Рәсәйҙең киләсәге булыуын билдәләне. "Шуға күрә һүҙ тура финанс ярҙамы тураһында ғына барырға тейеш түгел, беҙгә иғтибарҙы балалы ғаиләләрҙең һорауҙарына ярашлы һаулыҡ һаҡлау системаһын булдырырға, мәғариф системаһын, кешеләрҙең йәшәү сифатын билдәләүсе бөтә өлкәләргә йүнәлтергә кәрәк", - тип билдәләне ул.
Путин һүҙҙәренсә, төбәктәрҙә тормошҡа ашырылған милли социаль башланғыс та ошо бурыстарға йүнәлтелгән.