Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь , 21:10

Ил Президенты бөтә медиктарҙы яҡынлашып килгән медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы

Осрашыу аҙағында Президент барыһына ла ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләне.

Ил Президенты бөтә медиктарҙы яҡынлашып килгән медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы
Ил Президенты бөтә медиктарҙы яҡынлашып килгән медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы

"Һеҙҙе, бөтә коллегаларығыҙҙы, федераль һәм төбәк медицина учреждениелары, район һәм ҡала дауаханалары, поликлиникалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ашығыс ярҙам, санитар авиация бригадалары хеҙмәткәрҙәрен, медицина хеҙмәте хәрби хеҙмәткәрҙәрен яҡынлашып килгән байрам - медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым", - тине президент Рәсәй субъекттарында яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын асыу тантанаһында.

Путин Рәсәйҙең медицина берләшмәһендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың хеҙмәтен, «табиптарыбыҙҙың күп быуындарының иң яҡшы традицияларына тоғролоғон» билдәләне. Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә айырым мөрәжәғәт итте. Осрашыу аҙағында Президент барыһына ла ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләне.

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=Путин%20поздравил%20медиков

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в