

Францияның Марсель ҡалаһына тоннанан ашыу башҡорт балы оҙатылған.
Республика Россельхознадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Францияға бал һуңғы йылдарҙа тәүгә оҙатыла.
Экспортҡа хоҡуҡ алыу өсөн Башҡортостан предприятиеһы тейешле сертификация процедураларын үтте һәм «Цербер» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына экспортерҙар реестрына индерелде.
Тейәп оҙатыр алдынан 1020 килограмм ауырлыҡтағы бөтә партияға Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы тикшереү үткәргән.
Әйткәндәй, алыш-биреш Рәсәй Призиденты Владимир Путин указы менән ойошторолған "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: https://yandex.ru/images/search?text=мед
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан