Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь , 15:48

Йәштәр көнө ҡайҙа үтәсәк?

 Уның хедлайнерҙары - Дима Билан һәм Сергей Трофимов.

Йәштәр көнө ҡайҙа үтәсәк?
Йәштәр көнө ҡайҙа үтәсәк?

Йәштәр фестивале Генерал-губернатор Перовский урамынан алып бәләкәй амфитеатрға тиклем Ағиҙел яры буйында үтәсәк. БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук һөйләүенсә, бында бер нисә тематик зона эшләйәсәк: ваҡиғалар, ижад һәм спорт. Уларҙың һәр береһендә төрлө йәштәге ҡунаҡтар өсөн күңелгә ятышлы шөғөл табырға мөмкин.

Бәләкәй амфитеатр майҙансығында "Студент яҙы" фестивалендә, ҡала сығарылыш кисәһендә ҡатнашыусыларҙың концерты һәм диджей-баттл була. Спорт һөйөүселәр баскетбол уйнай, велосипедта йөрөй, армрестлинг һәм мас-рестлинг менән шөғөлләнә ала. Айырым сатырҙар Башҡортостан вуздарын күрһәтәсәк, улар тамашасылар һөйөүе конкурсында ҡатнашасаҡ, ә еңеүсе республика дәүләт йәштәренән бүләк аласаҡ. Байрам ҡунаҡтары араһында ла бүләктәр уйнатыла.

Байрамға арналған күңел асыу саралары 26 июндә көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Йәштәр көнө "Ватан" паркында "Евразия йөрәге" халыҡ-ара фестивале сиктәрендә "Торатау" конгресс-холы янындағы концерт менән тамамланасаҡ. Уның хедлайнерҙары - Дима Билан һәм Сергей Трофимов.

Фото: <a href='https://ru.freepik.com/photos/people'>People фото создан(а) freepic.diller - ru.freepik.com</a>

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в