+14 °С
Болотло
Был уникаль проект "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Сыуаш Республикаһы Хөкүмәте тарафынан башлап ебәрелде. 3*6,7 ҙурлығындағы карта ҡулдан яһалған орнаменттарҙан йыйылған. Һәр өлкә, республика һәм төбәк, үҙенсәлекле материалдар ҡулланып, уникаль биҙәк менән килеп сыҡҡан.
Карта Санкт-Петербургтағы Иҡтисади форумда тәҡдим ителгән һәм бик популяр. Артабан ул Рәсәйҙең барлыҡ федераль берәмектәрендә буласаҡ һәм 12 декабрь Мәскәүҙә ҡаршы аласаҡтар.
Карта өҫтөндә эшләгән Башҡортостан авторҙары: Ольга Суткевич (дизайн), Зөлфиә Брайло (сигеү). Панноны "Тамбур" халыҡ клубы оҫтаһы Сәйҙә Әхтәмова эшләне. Картала тамбур сигеүе тәҡдим ителгән.
Фото: kulturarb.ru
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана