+21 °С
Болотло


Ҡырмыҫҡалы ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә яңы музыка ҡоралдары алды.
Төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан бүленгән алты миллион һумдан ашыу аҡсаға өс “Мелодия”, ике “U1J” пианиноһы һатып алынған. Бынан тыш, республиканың Мәҙәниәт министрлығы аша учреждениеға баяндар, аккордеондар, гитаралар тапшырыла.