Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Июнь 2022, 07:55

Батыр ат тураһында спектакль ҡуйыла

 Көслө һәм талымһыҙ ҡара айғыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына тоғро фронтташ була.

Батыр ат тураһында спектакль ҡуйылаБатыр ат тураһында спектакль ҡуйыла
Батыр ат тураһында спектакль ҡуйыла

 Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ат, Керчҡа арнап яңы спектакль әҙерләй. Көслө һәм талымһыҙ ҡара айғыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына тоғро фронтташ була. Дүрт йыл ут эсендә йөрөгән Керчь Уралдан алып Берлинғаса яу юлы үтә, тыуған яҡтарына – Миәкә районының Илсеғол ауылына иҫән әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуң Керчь колхозда 14 йыл хеҙмәт итә.

Әле спектакль өҫтөндә репетиция башланған. Ҡуйыусы режиссеры - Айҙар Зарипов.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас