Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
27 Июнь 2022, 15:43

Башҡортостан көрәшселәре - донъя чемпиондары!

Спортсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. 

Башҡортостан көрәшселәре - донъя чемпиондары!Башҡортостан көрәшселәре - донъя чемпиондары!
Башҡортостан көрәшселәре - донъя чемпиондары!

Татарстанда билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты тамамланды. 27 илдән 200 спортсы араһындағы ярыштарҙа 20 комплект миҙал уйнатылды. Был турала профилле спорт федерацияһы хәбәр итә.

Чемпионат еңеүселәре араһында - Башҡортостандан өс вәкил. Уларҙың икәүһе Туймазыла йәшәй - 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Рәзил Шабиев һәм Айнур Сыртаев (100 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында). Шундай уҡ награда Ҡыйғы районында тыуып үҫкән, Өфө егете Артур Зөлҡәрнәевта (75 килограмға тиклем).

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, донъя чемпионаты сиктәрендә тәүге тапҡыр аттарҙа көрәш һәм пляж көрәше буйынса тест ярыштары үткәрелде.

Спортсыларҙы ҡотлайбыҙ! Уларҙың киләсәктә лә бөтә маҡсаттарға һәм еңеүҙәргә ирешергә, үҙ көстәренән шикләнмәҫкә, уңышҡа ышанырға һәм шәхси рекордтар ҡуйыуҙарын теләйбеҙ! Афариндар! 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас