

«Бөгөн һеҙҙең янығыҙҙа булыу, һеҙҙең энергияғыҙҙы тойоу һәм яҡты фекерҙәрегеҙҙе ишетеү минең өсөн бик әһәмиәтле. Беҙҙең республика бик йәш, ә йәштәребеҙ – иң яҡшыһы. Һеҙ яҡшы уҡыйһығыҙ һәм үҙ һөнәрегеҙҙең оҫталары булаһығыҙ. Тап һеҙ фәндә мөһим аҙымдар яһайһығыҙ, спорт аренаһында илебеҙ намыҫын яҡлайһығыҙ, Донбаста, тотош илебеҙҙән меңләгән йәш егеттәр кеүек үк, нацизмға ҡаршы көрәшәһегеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә. Республикабыҙҙа өлгө алырлыҡ бик күп көслө һәм сағыу кешеләр тыуған. Һеҙҙең бер ҡасан да өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауығыҙҙы теләйем. Вениамин Кавериндың «Ике капитан» романындағы геройҙарының береһенең образы – яҡташыбыҙ, ҡотопсо штурман Валериан Альбанов. Был әҫәрҙең девизы – «Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә». Һеҙгә лә шуны теләйем. Ә килеп сыҡмаһа, икенсе яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй» тигән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Байрам менән! Бәхет һәм һаулыҡ һеҙгә!» – тине Радий Хәбиров, йәштәргә мөрәжәғәт итеп.
Фото: Башинформ