+8 °С
Ясна
Башҡортостанда “Ер ҡото” тип аталған халыҡ дауалаусылары фольклор фестивале ойошторола. Сара 16-17 июлдә Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында уҙғарыла. Фестиваль барышында имселәр һәм бағымсылар араһында ярыш, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, “Әпсен-төпсөн” тигән балалар фольклоры бәйгеһе, “Ҡорбан ашы”, “Ут ашатыу” тигән йолалар уҙғарыла, шулай уҡ күргәҙмә һәм концерт була. Байрамда ҡатнашыу өсөн халыҡ дауалаусыларынан ғаризалар “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте”ндә 13 июлгә тиклем ҡабул ителә.
ФОТО: https://oktyabr-b.ru