+24 °С
Ямғыр


Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Таҙа һыу" проекты сиктәрендә һыуҙы тоноҡлоҡтан арындырыу маҡсатында мембрана ысулы индерелде.
Үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаларынан файҙаланыусы республика халҡының һанын 2024 йылға күпкә арттырыу маҡсаты ҡуйылған.
Алдағы йылдарҙа крандан аҡҡан һыу таҙа, ҡайнатмайынса ла эсергә яраҡлы буласаҡ.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 400 миллион самаһы аҡса кәрәк. Финанслау федераль, республика, ҡала бюджетынан бүленгән субсидиялар ярҙамында башҡарыласаҡ.
Фото - iz.ru
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана