Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2022, 13:07

Рәссам йәнә Юрий Шатуновтың портретын төшөргән

Күптәр яратҡан йырсыһына Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен биреүҙе талап итә. 

Рәссам  йәнә Юрий Шатуновтың портретын төшөргән
Рәссам йәнә Юрий Шатуновтың портретын төшөргән

Рәссам Андрей Миляхов һүрәтен Өфөнөң Эшсе хәбәрселәр урамында һәм йырсының тыуған ҡалаһы Күмертауҙа күрергә мөмкин.

Өфөләге портрет ҡала халҡы араһында бәхәстәр тыуҙырҙы. Ҡайһы берәүҙәр йырсы үҙенә оҡшамаған, тиһә лә, икенселәр портрет менән һоҡлана, авторҙы ҡеүәтләй.

«Диван тәнҡитселәре ризаһыҙлыҡ белдерә», «ә мин йырсының һүрәтен генә төшөрҙөм», ти Миляхов.

Ә күп кенә кеше яратҡан йырсыһына Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен биреүҙе талап итә. 

Фото: "Моя Уфа"

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: