Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль , 13:52

Тәүге бүләк тапшырылды!

Кисә “Яҙыл да бүләк от” акцияһын йомғаҡлап, бүләктәрҙе уйнаттыҡ, ә бөгөн тәүге бүләк тапшырылды.  Сәйнүк - Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәүсе, алты бала тәрбиәләүсе Иҫәнбаевтарға эләккәйне. Үҙ ауылының бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып йәшәүсе, уның үҫешенә тос өлөш индереүсе ғаилә улар. 

Тәүге бүләк тапшырылды!
Тәүге бүләк тапшырылды!

Үҙ ауылының бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып йәшәүсе, уның үҫешенә тос өлөш индереүсе ғаиләләр айырыуса ихтирамға лайыҡ. Йылайыр районының Сәләх ауылында төпләнеп, «тамыр йәйгән» Иҫәнбаевтарҙы тап шундайҙар иҫәбенә индерергә була. Күп балалы, татыу ғаилә ауылдаштарына терәк тә, ярҙамсы ла.
Fаилә башлығы Айбулат элек ауылдың беренсе егете булды. Ҡарағайҙай ныҡ, мыҡты кәүҙәле, ҡара ҡашлы, үткер ҡарашлы, аҡ йөҙлө был егетте күреү менән күрше-тирә ауыл ҡыҙҙарының да хуштары китә торғайны. Әммә Сәләх баһадирының күҙе ҡаршы ғына өйҙә йәшәгән Мөнирә һылыуға төшкән ине. Был ике йәш йөрәк үҙҙәре белмәһә лә бала саҡтан уҡ йәрәшелгән булып сыҡты.
Ҡыҙҙың әсәһе Хәмиҙә Йомағужа ҡыҙы менән егеттең әсәһе Фәрзәнә Әбделғәләм ҡыҙы икеһе лә 1939 йылғы, икәүһе лә бер осорҙа Сәләх ауылына килен булып төшкән. Йәштән айырылғыһыҙ әхирәттәргә әүерелгәндәр, ғаиләләре менән дә дуҫ-табындаш булғандар.
—Хәмиҙә әхирәтемдең кинйә ҡыҙы Мөнирә тыуғас мин Стәрлетамаҡтан шул сабыйға хас та туй күлдәге ише ап-аҡ ҡына күлдәк алып ҡайтып бүләк иттем. Был үҙенә күрә яҙмыштың бер билдәһе булғандыр, тип уйлайым. Үҫеп еткәс, бәләкәйҙән яҡын күреп, яратып үҫтерешкән Мөнирә ҡыҙымды үҙебеҙгә килен итеп алдыҡ. Аллаға шөкөр, хәҙер 24 йыл бергә йәшәйбеҙ. Хәмиҙә ҡоҙағыйҙар менән әле лә ҡатышып йәшәйбеҙ. Ейән-ейәнсәрҙәрҙе сәңгелдәктә алмашлап бәүетеп үҫтерҙек инде, бәхетле булһындар,—тип һөйөнә Фәрзәнә инәй.
Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете күп нәмәнән тора. Ниндәй ғаиләгә килен булып төшөү ҙә мөһим роль уйнай. Мөнирә эшһөйәр, ихтирамлы һәм иманлы ғаиләгә эләгеүе менән бәхетле. Ҡайныһы Фазылйән Рәхимйән улы дин тотто, уны ауылдаштары ла, күрше-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә исем ҡуштырыуға, никах уҡытыуға, аяттарға саҡыра торғайнылар. Ҡәйнәһе Фәрзәнә Әбделғәләм ҡыҙы ла дин юлында.
—Ҡайным шул тиклем изге күңелле, яҡшы кеше булды. Ейәнсәрҙәренә лә исемде үҙе ҡушты. Үкенескә ҡаршы, 2006 йылда ул баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡәйнәмдең ярҙамынан айырмаһын, ул балаларыбыҙҙың алтауһын да ҡарап, ҡурсалап ултыра,—ти килен кеше.
«Ауылдан ситкә, ҙурыраҡ ергә күсергә уйығыҙ булманымы?» тигән һорауға Айбулат менән Мөнирә Иҫәнбаевтар бер төптән: «Беҙ—ауылдың патриоттары. Шуға күрә, ҡайҙалыр күсеп китеү уйы булманы ла, булмаясаҡ та. Киләсәктә малды тағы ла ишәйтергә тип торабыҙ. Ауылда шәхси хужалыҡтан килгән килем менән дә гөрләтеп йәшәргә була,—тине.
Айбулат Фазылйән улы Мәскәүҙә КГБ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Әрмелә үҙен яҡшы яҡтан танытҡан егетте артабан бында эшкә ҡалырға өгөтләйҙәр, әммә Айбулат тыуған төйәгенә ҡайтыуҙы һайлай. Юлдыбай һөнәрселек училищеһында водителгә уҡып алғас, совхозға эшкә ҡайта. Оҙаҡ йылдар хужалыҡта водитель, бригадир, бүлек идарасыһы булып эшләй. Совхоз тарҡалғас, шәхси хужалығын нығытыуға, мал-тыуарҙы ишәйтеүгә тотона ул.
Мөнирә Марат ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алып ҡайтып, күрше Ҡәнзәфәр мәктәбенә эшкә төшә. Оҙаҡламай Йомағужа балалар баҡсаһына урынлаша. 2003 йылдан Йомағужа мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Уҡыусыларҙы республика конкурсына әҙерләгәне өсөн Мөнирә Иҫәнбаева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған. Тырыш, талымһыҙ уҡытыусыны мәктәптең профсоз комитеты рәйесе итеп һайлап ҡуйғандар. Мөнирә Марат ҡыҙы 6 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан эшенә көн дә үҙе машина менән йөрөй. Уның күкрәген «Әсәлек даны» миҙалы биҙәй.
Иҫәнбаевтарҙың берҙәм, татыу ғаилә булып йәшәүҙәренә быйыл августа 24 йыл була. Тәрән мөхәббәт һәм ихтирамға ҡоролған ғаиләлә береһенән-береһе матур алты бала донъяға килгән. Ҙур, иркен өйҙөң ҡото ла, йәме лә булып тора улар. Өлкән ҡыҙҙары Нәзифә Йомағужа мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, Санкт-Петербург ҡалаһының Аграр университетына уҡырға ингән. Агротехнология буйынса белгес һөнәренә эйә булған ҡыҙ параллель рәүештә «Муниципаль идаралыҡ» специальносын үҙләштергән. 2016 йылда ул «Иң яҡшы студент» булып таныла һәм губернатор Г.С.Полтавченко тарафынан булдырылған стипендияға лайыҡ була. Күптән түгел Нәзифә Санкт-Петербургта йәштәр эше буйынса белгес вазифаһында эш башлаған. Башҡорт ҡоролтайының йәштәр комитеты рәйесе булараҡ барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Студент саҡтан бейеүҙәр менән мауыҡҡан ҡыҙ хәҙер ял көндәрендә бәләкәй балаларға башҡорт бейеүҙәрен өйрәтә. Нәзифә шиғырҙар яҙыуға ла оҫта. Икенсе ҡыҙҙары Фатима Йомағужа мәктәбенең 11-се класында белем ала. 2017 йылда «Район һылыуҡайы» конкурсында Гран-при яулаған. Төрлө фәндәрҙән район һәм республика олимпиадаларында призлы урындарға лайыҡ булған. Һәләтле ҡыҙ бейей, гитарала уйнай. Киләсәктә табип булырға хыяллана. 5-се класта белем алыусы Камила апайҙарынан бер ҙә ҡалышмай. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, нәфис һүҙ оҫтаһы булып танылған ул. Үҙе башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙар яҙа. Быйыл республика кимәлендәге шиғыр бәйгеһендә 2-се урын яулап, Рауил Бикбаевтың ҡулынан Почет грамотаһы алып ҡайтҡан. Биш ҡыҙ араһында бер бөртөк малай булып үҫеп килгән Мораҙым 3-сө класта уҡый. Ул тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Ҡурай түңәрәгенә йөрөй, матур йырлай. Класы менән «Яҙғы тамсылар» район конкурсында сығыш яһап, 1-се урын алғандар. Мәктәптә уҙғарылған йыр конкурсында Мораҙым «Иң оҫта башҡарыусы» номинацияһына лайыҡ булған. Шуҡ малай ҡышҡыһын саңғыла, йәйгеһен велосипедта, атта һыбай йөрөргә ярата. Буш ваҡытында атаһына мал ҡараша, көтөү көтөшә. Fаиләлә бишенсе булған Латифа 1-се класты тамамлай. Һәләтле ҡыҙ шиғыр бәйгеһендә Гран-при яулаған. Кинйә ҡыҙҙары Динәгә ни бары ике йәш ярым ғына. Орсоҡ кеүек ҡыҙсыҡ матур күлдәк кейеп үҙенсә тыпырҙап бейергә ярата. Ҡәртәсәһе аят уҡығанда уға ҡушылып әпәр итеп ултыра. Һикһәнде ҡыуалаусы Фәрзәнә инәй ейән-ейәнсәрҙәренә дини һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиә бирә, уларҙы хеҙмәткә өйрәтә.
Иҫәнбаевтарҙың тиҫтәнән ашыу йылҡылары, һыйыр малы, һарыҡтары бар. Йәйгеһен ихата тултырып ҡош-ҡорт үҫтерәләр. Fаилә башлығы бал ҡорттарын үрсетеү менән шөғөлләнә. Шәхси хужалыҡты үҫтереү өсөн ике трактор һатып алғандар. Техниканы биш бармағы шикелле белгән Айбулат үҙҙәренә бесән әҙерләргә лә, ауылдаштарына ярҙам итергә лә өлгөрә. Йорт хужабикәһе әйтеүенсә, улар бар эште лә балалар менән бергәләшеп атҡара, еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйырға ла күмәкләп йөрөйҙәр.
Иҫәнбаевтар Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһендә һәм Сәләх ауылында уҙғарылған барлыҡ сараларҙа ла ҡатнаша, өмәләрҙән дә ситтә ҡалмай. Йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн уларҙың ғаиләһенә 2017 йылда Йылайыр районы башлығының Рәхмәт хаты тапшырылған. Уңған ғаиләнең йорт-ихатаһы ла бағыулы, әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Атай йортоноң нигеҙен һыуытмай, барлыҡ туғандарын яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, ҡунаҡ итеп, хөрмәтләп оҙатыусы Айбулат һәм Мөнирәгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Башҡаларға уларҙан үрнәк алырға ғына ҡала.

( 2018 йылда яҙылған мәҡәлә)

Автор:Загида Мусина
Читайте нас в