Был паникаға сәбәп түгел! Тимәк, ихтыяж булған яңы һөнәр үҙләштерергә ваҡыт. Дәүләт ҡайтанан белем алыу буйынса бик күп мөмкинлектәр тәҡдим итә. Әйткәндәй, өйҙән сыҡмайынса ла уҡырға мөмкин.
Ниндәй варианттар бар:
- Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә уҡыу. Нисек яҙылырға? “Рәсәйҙә эш” порталына https://clck.ru/YiMht керергә, артабан - "уҡыуға яҙылырға". Әҙер, ошо бүлектә үҙегеҙгә кәрәкле белем алыу программаһын һайлағыҙ. Уҡыу урынын һәм форматын (көндөҙгө йәки дистанцион) белем алыуға ғариза тултырғанда һайлай алаһығыҙ: https://vk.cc/ceSQiZ .
- Өйҙән сыҡмайынса юғары уҡыу йортона уҡырға инеү. Ғаризаны ҡабул итеү комиссияһына бармайынса, ҡағыҙ документтар тултырмайынса һәм сиратта тормайынса бирергә мөмкин: https://www.gosuslugi.ru/vuzonline
- ИТ-белгеслектәр буйынса 50, 75 йәки 100% ташлама менән түләүле белем алыу: https://profidigital.gosuslugi.ru/. "Һанлы иҡтисад" милли проекты ярҙамында дәүләт ошондай мөмкинлек бирә.
– Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының береһенә бюджет иҫәбенә магистратураға инеү: мәҫәлән, БДУ (http://bashedu.ru), ӨДАТУ (https://ugatu.su), ӨДНТУ (http://rusoil.net).
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан