Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль , 15:41

Тағы бер ирекле батальон хәрби бурысын үтәргә китте

Шишмә районы “Патриот” паркында Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге мотоуҡсылар төркөмөн тантаналы шарттарҙа оҙаттылар.

Тағы бер ирекле батальон хәрби бурысын үтәргә китте
Тағы бер ирекле батальон хәрби бурысын үтәргә китте

Башҡортостандан тағы бер ирекле батальон хәрби бурысын үтәргә китте. Шишмә районы “Патриот” паркында Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге мотоуҡсылар төркөмөн тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул хәрбиҙәргә уңыштар теләне һәм ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам буласағын белдерҙе.

Ай дауамында һалдаттар хәрби частарҙың береһендә әҙерлек үтә. Аҙаҡ Украинала махсус операцияла ҡатнаша. Ирекле батальонға хәрби әләм тапшырылды. Һәр һалдат үҙ теләге менән килгән, егеттәр армияла хеҙмәт иткән.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас в