Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль , 12:31

БДУ+ӨДАТУ= Өфө фән һәм технологиялар университеты

Яңы уҡыу йортонда белем биреү процесы нисек үҙгәрер? Юғары уҡыу йорттарын берләштереү студенттарға нисек йоғонто яһар? Саҡырылған ҡунаҡтар һәм эксперттар Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә.

БДУ+ӨДАТУ= Өфө фән һәм технологиялар университеты
БДУ+ӨДАТУ= Өфө фән һәм технологиялар университеты

Өфө фән һәм технологиялар университеты - Башҡортостандың ике ҙур юғары уҡыу йорто булған Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштергән яңы уҡыу йорто шулай аталасаҡ.

Ике юғары уҡыу йортон берләштереү Рәсәйҙә яңы ҡеүәтле һәм етди ғилми фекерҙәр үҙәге, белем биреү процесы һәм технологиялар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров.

Яңы уҡыу йортонда белем биреү процесы нисек үҙгәрер? Юғары уҡыу йорттарын берләштереү студенттарға нисек йоғонто яһар? Саҡырылған ҡунаҡтар һәм эксперттар Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә.

Брифингты 21 июлдә 19:00 сәғәттә БЮТ каналында, ЦУР БашкортостанПравительство Республики Башкортостан һәм Аңлатабыҙ. Башҡортостан төркөмөндә ҡарағыҙ.

Ошо яҙма аҫтындағы комментарийҙарҙа һорау бирергә була.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас в