Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль , 09:59

Асылыкүл ниңә һайыға?

Радий Хәбиров Дәүләкән районындағы күлдең һайығыуына боросолоу белдерҙе.

Асылыкүл ниңә һайыға?
Асылыкүл ниңә һайыға?

Асылыкүл – Башҡортостандың иң ҙур күле, Рәсәйҙә ул етенсе урынды биләй. 1962 йылдан тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелеп, бөгөнгәсә һаҡлау аҫтында. Халыҡ күлде яратып, төбәктең йөҙөк ҡашы тип йөрөтә. Дүшәмбе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Дәүләкән районындағы күлдең һайығыуына боросолоу белдерҙе.

Һуңғы йылдарҙа был проблема граждандарыбыҙҙы бик ныҡ борсой. Шуға ла киләһе аҙнала Экология министрлығы вәкилдәре һәм башҡа яуаплы кешеләр менән урында күсмә кәңәшмә үткәрәбеҙ, тигән Андрей Назаров.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас в