+21 °С
Болотло


Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Республика һуғыш ветерандары госпиталендә медицина тикшереүе үткән экс-президент Мортаза Рәхимовтың һаулыҡ торошо тураһында хәбәр иттеләр.
«Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов әле диспансеризация һәм профилактик тикшереү үтеү өсөн Республика һуғыш ветерандары госпиталенең көндөҙгө стационарында. Уның һаулығы ҡәнәғәтләнерлек. Ул дауаханаға һалынмаған», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың февралендә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 88-се тыуған көнөн билдәләне.