Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов хәбәр итә. «Баймаҡ хәбәрҙәре» гәзитенә ул фестивалдең беренсе көнөнә йомғаҡ яһап, түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Фестивалдең беренсе көнө аҙағына тиклем спорт ярыштарына бағышланды. Финалсыларҙы бөгөн билдәләйәсәкбеҙ. Етәксе бәйрәмға республикабыҙҙан ғына түгел, Себерҙән, Төньяҡ Кавказдан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан ла бик күп кеше килеүен белдерҙе.
Азат Баранов билдәләүенсә, сара беренсе тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, белгестәр тарафынан әлеге башланғыс яҡшы баһаланған, һәм уның фәнни әһәмиәте лә билдәле.
Беренсе вице-премьер фекеренсә, эксперттарҙың бындай ыңғай баһаһы "Башҡорт аты" фестивален яңы дәрәжәгә күтәрә.
Сығанаҡ: “Баймаҡ хәбәрҙәре, https://bv02.info/
bashhorsefest